Сара Абҙаҡ урта мәктәбе уҡыусыларының осрашыуға килеүе менән башланды. Улар өсөн махсус техника һәм ҡорамалдарҙан күргәҙмә ойошторолдо, төрлө кимәлдәге нормативтарҙы үтәү оҫталығы күрһәтелде.
Абҙаҡ янғын һүндереү бүлексәһе ике ауыл хакимиәтен хеҙмәтләндерә. Бүлексәгә Әбйәлил районының - алты, Абҙаҡ ауыл хакимиәтенең дүрт ауылы ҡарай. Расчетта йәмғеһе 18 хеҙмәткәр һәм ике махсус техника берәмеге иҫәпләнә.
Йыш ҡына сығып торған ут һәм янғындарҙың төп сәбәптәре күптән инде барыһына ла билдәле. Улар араһында балаларҙың шуҡлығы арҡаһында килеп сыҡҡан осраҡтар ҙа бар.
Балалар менән янғын хәүефһеҙлеге тураһында иҫкәртеү сараһы үткәрелде, баҫма материалдар таратылды.
Профилактик сараларҙан тыш, ҡотҡарыусылар балаларға янғын һүндереү өсөн ҡулланылған ҡул аҫты ҡорамалдарын да күрһәтте һәм аңлатты, һүндергестең төҙөлөшө һәм ҡулланылышы тураһында һөйләне.
Артабан янғын һүндереүселәр шартлы янғын урынына сығыуҙарын күрһәтте. Утты һыу һәм күбек менән һүндерҙеләр.
Уҡыусылар махсус ҡорамалдарҙы тотоп, янғын һүндереүсе кейемен кейеп, махсус техникала ултырып ҡарау мөмкинлегенә эйә булды.
Комплекс сара урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл активистары менән янғынға ҡаршы хеҙмәт вәкилдәре осрашыуы менән дауам итте. Ауыл ерендә урындағы халыҡ менән профилактик сараларҙы улар һәр ваҡыт бергә үткәрә. Был көндө лә улар бергәләп ҡышҡы осорҙа янғынға ҡаршы режим буйынса йорттар буйлап йөрөп сыҡты. Айырым иғтибарҙы күп балалы һәм ауыр тормош шарттарына эләккән ғаиләләргә бүлде. Белгестәр етешһеҙлектәрҙе асыҡланы, кәңәштәр бирҙе, янғындарҙы иҫкәртеүсе махсус ҡорамалдарҙың йорттарҙа булыуын тикшерҙе.
Рейд сараһы ваҡытында шулай уҡ ауыл халҡына махсус техника ярҙамында ла кәрәкле мәғлүмәт биреү ойошторолдо.