Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Декабрь 2021, 16:51

Рәсәйҙең иң яҡшы биш курорты иҫәбенә инде

Башҡортостан Яңы йылда ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы биш тау саңғыһы курорты иҫәбенә инде.

Рәсәйҙең иң яҡшы биш курорты иҫәбенә инде
Рәсәйҙең иң яҡшы биш курорты иҫәбенә инде

Был хаҡта «ТурСтат» туристик порталына һылтанып, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Республиканың Белорет районында урынлашҡан «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге дүртенсе урынды алды.

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин был яңылыҡҡа ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

«Республикабыҙ биләмәһендә урынлашҡан Урал тауҙарының һырттары байтаҡ йылдар инде Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тау саңғыһы спортын яратыусыларҙы үҙенә тарта. Был аңлашыла ла, сөнки беҙҙә бер нисә шәп ҡышҡы спорт үҙәге бар, шуларҙың береһе – Абҙаҡ», — тине ул.

Рейтингта тәүге урындарҙы «Роза Хутор» (Сочи) һәм «Эльбрус» (Ҡабарҙы-Балҡар) курорттары биләй, «Белокуриха» (Алтай крайы) — өсөнсө, «Шерегеш» (Кемерово өлкәһе) бишенсе баҫҡыста килә.

Башинформ. 

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: