Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Декабрь 2021, 16:11

“Йөрәктән - йөрәккә”

“Йөрәктән - йөрәккә” тип аталған матур кисә мөмкинлектәре сикләнгән, әммә күңелдәре икһеҙ-сикһеҙ бай кешеләргә арналды.

“Йөрәктән - йөрәккә”
“Йөрәктән - йөрәккә”

Башҡортостан Республикаһының Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге күҙҙәре күрмәгәндәр өсөн махсус китапханаһының Белорет филиалында Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан уҙғарылған концерт программаһында китап һөйөүселәрҙе В. Чернов исемендәге казак йырҙары ансамбле “Раздолье” халыҡ яратып тыңлаған репертуары менән ҡыуандырҙы. Тере тауыш, совет композиторҙарының йырҙары, акапелла һәм һуғыш ваҡыты йырҙары залда ултырыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы.

Шулай уҡ сара барышында Брайл буйынса уҡыусылар конкурсында еңеүселәр бүләкләнде. Надежда Николаевна бүләкләү тантанаһын Рифҡәт Гардиевтың “Китапхана хеҙмәткәрҙәренә мәдхиә” шиғыры менән башлап, кеше тормошошонда китап уҡыуҙың мөһимлеген һәм йәмғиәт тормошонда китапхана тотҡан ролдең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Байрам йылы, сағыу өй атмосфераһында уҙҙы һәм артистарға ла, тамашасыларға ла ҙур кинәнес килтерҙе. Был байрам сараһы ижадтың, китап уҡыуҙың һәм фольклор сәнғәтенең кешеләрҙе берләштереүен иҫбатланы.

Зөлфиә Шакирова,

Башҡортостан Республикаһының Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге күҙҙәре күрмәгәндәр өсөн махсус китапхананың Белорет филиалы мөдире.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: