Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Декабрь 2021, 11:24

Ғинуарҙан минималь эш хаҡы арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин минималь эш хаҡы күләмен 13 890 һумға тиклем арттырыу тураһында законды раҫланы.

Ғинуарҙан минималь эш хаҡы арта
Ғинуарҙан минималь эш хаҡы арта

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

Путин билдәләүенсә, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу «күп кенә социаль пособиеларҙың, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә түләүҙәрҙең һәм пенсияға өҫтәмәләрҙең үҫешенә йоғонто яһай, иҡтисад тармаҡтарында эш хаҡын билдәләү өсөн йүнәлеш булып тора».

2021 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы яңыса — уртаса иҫәптән сығып иҫәпләнә.

Шулай итеп, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме быйыл ошо дәүмәлдән 42 процент, йәғни 12 792 һум тәшкил итә.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: