Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 1 ғинуарынан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме квадрат метрына – 7,46 һум, алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа 8,10 һум була.
Быйыл алты ҡатҡа тиклемге йорттарҙа капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме бер квадрат метрына – 7,18 һум, ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа фатир хужалары өсөн 7,8 һум тәшкил итә.
Башҡортостанда милекселәрҙең айырым категориялары компенсация алырға хоҡуҡлы. Улар – яңғыҙ пенсионерҙар һәм 70 йәштән өлкәнерәк ғаилә ағзалары, бер ғаиләнән пенсионерҙар һәм инвалидтар, шулай уҡ федераль льготалылар категорияһы (хеҙмәт ветерандары; сәйәси репрессияларҙың аҡланған ҡорбандары; тыныс ваҡытта һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары; беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары; инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр; Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусылары; хәрби бәрелештәр инвалидтары һәм башҡалар). Ләкин бурыстары булмаған граждандар ғына компенсацияға хоҡуғы бар. Компенсация алыу өсөн халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.