Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Декабрь 2021, 21:38

Хәүеф янаймы?

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән әңгәмәһендә көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталып,  халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. 

Хәүеф янаймы?
Хәүеф янаймы?

- Рәсәйҙә "Омикрон" штаммы менән сирләүселәр асыҡланғаны мәғлүм, республикала әле ундай осраҡ теркәлмәгән. Әммә тынысланырға ярамай: хәлдең бер көндә үҙгәреүе ихтимал. Шуға ла аэропорт, тимер юл вокзалдарында санитар пункттар эшләй, ПЦР-тест тапшырыу кеүек саралар күрелә.

Рәсәйҙең Баш дәүләт санитария табибы Анна Попованың ҡарарына ярашлы, Ботсвана, Зимбабве, Лесото, Мадагаскар, Мозамбик, Намибия, Танзания, Эсватини, Көньяҡ Африка Республикаһы, Гонконг кеүек илдәрҙән килгән граждандар ковидҡа ПЦР-тест бирергә һәм 14 көн ҡурсаланырға тейеш. 

- Яңы йыл байрамына бәйле ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

- Байрам байрам менән, хәүефһеҙлек сараларын күреү үтә мөһим. Был эпидемиологик хәлгә лә ҡағыла: социаль контакттарға иғтибарлы булыу, барлыҡ санитар талаптарҙы үтәү зарур. Унан тыш, был байрамдың тағы бер үҙенсәлеге – аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу осраҡтары күп теркәлә. Был бик күп аяныслы бәләләргә алып килә. Шуға ҡайҙа нимә ашауға ла иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөүҙең эҙемтәһе был.

“Роспотребнадзор” сайтында аныҡ кәңәштәр бар – унда инеп танышырға тәҡдим итәм. Үҙ-үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото:rusplt.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: