Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Декабрь 2021, 16:07

Өлгөрөп ҡалығыҙ, бөгөн тамамлана!

Бөгөн Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктант яҙыуҙың һуңғы көнө. Ул 3 декабрҙә башланған ине. 

Өлгөрөп ҡалығыҙ, бөгөн тамамлана!
Өлгөрөп ҡалығыҙ, бөгөн тамамлана!

Теләге булған һәр кем хоҡуҡ өлкәһендәге белемен тикшереп, юрдиктант.рф сайтында тест үтә ала. Юридик диктант 14 йәштән өлкәнерәк граждандарға иҫәпләнә. Тест тамамланғас, һәр ҡатнашыусыға шәхси һөҙөмтә күрһәтелгән сертификат бирелә.

Быйыл диктант тәүге тапҡыр инглиз, ҡытай һәм португал телдәренә тәржемә ителде. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ 175 илдән ватандаштарыбыҙ ҡатнаша. Бынан тыш, тестың “төп” һәм “профессиональ” варианттары тәҡдим ителә. Шулай уҡ яңы форматтар ҙа барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, танылған юристарҙан, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән видеоһорауҙар. Ойоштороусылар әйтеүенсә, диктант 40 һорауҙан тора, яуап биреүгә 60 минут бүленә. Һорауҙар тематикаһы: Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, енәйәт һәм административ яуаплылыҡ, хеҙмәт, граждан, ғаилә хоҡуҡтары өлкәһендәге ҡануниәт нигеҙҙәре.

Проекттың географияһы һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Беренсе диктант 2017 йылда үткәрелеп, 55 меңдән ашыу кешене йәлеп итһә, былтыр 507174 граждан ҡатнашҡан. Башҡортостанда ла хоҡуҡи ғилемгә ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә. Былтыр ете меңдән ашыу кеше ҡатнашһа, быйыл 11 декабргә 20 меңдән ашыу кешенең тест үтеүе асыҡланды.

Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктантын илдең Юристар ассоциацияһы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.

Фото: kurierlgov.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: