Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Декабрь 2021, 14:39

Белореттар ҙа - еңеүселәр рәтендә

Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Бөтә Рәсәй проекттар конкурсының төбәк этабы тамамланды.

Белореттар ҙа - еңеүселәр рәтендә
Белореттар ҙа - еңеүселәр рәтендә

“Йылдың иң яҡшы социаль проекты” сиктәрендә, халыҡтың социаль проблемаларын хәл итеүҙә иң яҡшы тәжрибәләр һәм уларҙы хәл итеү алымдары билдәләнде.

Еңеүселәр 24 номинация буйынса билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында белореттар ҙа бар.

Урал спорт инвентарҙары заводы “Йәмғиәттә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән техник реабилитация сараларын һәм it-технологиялар эшләү өлкәһендә иң яҡшы проект” номинацияһында еңеүгә өлгәште.

“Мәлидәк” спорт һәм экология ғаилә фестивале” проекты сәләмәт тормош алып барыу, физик культура һәм спорт өлкәһендә иң яҡшы проект булараҡ билдәләнде.

“Йылдар үҫешкән социаль эшҡыуарлыҡ” махсус номинацияға Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Эльвира Ғайсина лайыҡ булды. “Изгелек академияһы” 2015 йылдан бирле эшләп килә. Эшмәкәрлектең төп йүнәлеше – өлкән йәштәгеләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы социаль хеҙмәттәр менән тәьмин итеү.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: