+1 °С
Болотло
Барлыҡ пациенттар менән Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының амбулатор-поликлиника хеҙмәте бәйләнешкә ингән. Күрһәтмәләргә ярашлы, ҡайтыусылар коронавирус инфекцияһына анализ тапшырған. Йәмғеһе 75961 анализ алынған.
Бөгөнгө көндә 42 кеше үҙизоляцияла. Уларҙың барыһы ла COVID вируслы сирлеләр менән бәйләнештә булған.
Дауахананан тыш пневмония менән ауырыусылар өсөн госпиталдә әлеге мәлдә 32 пациент дауалана, шуларҙың 20-һендә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Йәнә 17 сирле амбулатор дауа ала. COVID вирусы асыҡланған 12942 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан.
Виктор ЧУБИК,
баш табип.
Фото: gorod.lv