Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Ғинуар 2022, 16:25

Социаль түләүҙәр күләме арта

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда социаль түләүҙәрҙең күләме бер ни ҡәҙәр үҙгәрә.

Социаль түләүҙәр күләме арта
Социаль түләүҙәр күләме арта

1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 8,6 процентҡа артты. Район коэфициентын иҫәпкә алғанда, төбәк халҡы өсөн ул 15 973,5 һумды тәшкил итә, ә Межгорье ҡалаһы өсөн - 23 613 һум.

Йән башына йәшәү минимумы 11 009 һум булһа, эшкә һәләтле халыҡ өсөн - 12 000, пенсионерҙарға - 10 431 һәм балалар өсөн 10 679 һумды тәшкил итә.

3-7 йәшлек балаларға тәғәйен айлыҡ түләүҙәр бынан ары 5 339,5 (50%), 8009,25 (70%) һәм 10 679 һум (100%) күләмендә түләнәсәк.

Беренсе, өсөнсө балаға пособие иһә 10 679 һумға ҡәҙәр күтәрелгән.

Был түләүҙәр буйынса ҡайтанан иҫәпләүҙәр ғинуар, февраль айҙарында башҡарыла һәм әсәй-атайҙар уны февралдә яңы иҫәп буйынса аласаҡ.

Балалы ғаиләләргә ҡағылышлы тағы бер мөһим яңылыҡ: ғаиләнең йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан - 24 000 һумдан артмаған осраҡта, улар беренсе һәм өсөнсө балаға түләү алырға хоҡуҡлы. Быға тиклем был сик 21 282 һум ине.

Етем балаларҙы ҡарау йәһәтенән түләүҙәр тураһында законға ла үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер тәрбиәгә алынған бөтөн балаларға ла аҡса түләнә, шул иҫәптән ваҡытлыса ҡарауға алынғандарға ла.

Етем балаларға ремонт өсөн түләү 50 мең һумдан 150 мең һумға тиклем артты.

Эшһеҙлек буйынса пособиеның иң ҙур күләме 14 710,8 һум булһа, минималь күләм шул уҡ кимәлдә ҡалды.

Фото: twitter.com

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: