Рәсәй Федерацияһы президенты йөкләмәһен иҫәпкә алып, быйыл страховка пенсияһын индексациялауға сығымдарҙың дөйөм күләме 549,7 миллиард һум була. Ошо хаҡта ТАСС агентлығы Рәсәй Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып хәбәр итте.
«2022 йылда страховка пенсияһын 5,9 процент кимәлендә арттырыу күҙ уңында тотолғайны. Рәсәй Пенсия фонды бюджетында быға 377 миллиард һум ҡаралған. Рәсәй Федерацияһы президентының пенсияны инфляциянан юғарыраҡ, 8,6 % кимәлендә, индексацияларға ҡушыуын иҫәпкә алып, 2022 йылда өҫтәмә рәүештә 172,7 миллиард һум талап ителә. Быйыл страховка пенсияһын арттырыуға сығымдарҙың дөйөм күләме 549,7 миллиард һум була», — тип хәбәр итте ведомство.
Эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсия күләме 8,6% арттырылғандан һуң 18 984 һумға етергә тейеш, был 30,8 миллион кешегә ҡағыла. Индексациялау өсөн өҫтәмә рәүештә 170 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда Рәсәйҙә инфляция 8,4% тиерлек тәшкил иткән. Шулай итеп, пенсия уҙған йыл инфляцияһынан юғарыраҡ кимәлгә индексациялана.
Фото: twitter.com