Бында инвалидтар, ветерандар, чернобылселәр, Рәсәй Геройҙары, шулай уҡ производствола зыян күргән граждандар алған түләүҙәр тураһында һүҙ бара. Индексация балалы ғаиләләргә тейешле ҡайһы бер пособиеларға ла ҡағыла. Шулар иҫәбендә - бала тыуғас бер тапҡыр бирелә торған пособие, бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие, баланы ғаиләгә тәрбиәгә алғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие. Беренсе балаға әсәлек капиталы күләме лә арта - 483,9 мең һумдан 524,5 мең һумға, ә икенсе һәм унан һуңғы балаларға иһә 693,1 мең һумға тиклем.
«Ошондай ярҙам алырға хоҡуҡлыларҙың барыһының да уны ваҡытында һәм тулы күләмдә алыуы мөһим», - тип билдәләне Михаил Мишустин 27 ғинуарҙа Министрҙар кабинеты ултырышында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдан Рәсәйҙә социаль түләүҙәрҙе индексациялауҙың берҙәм тәртибе билдәләнде - 1 февралдән йылына бер тапҡыр.
Фото: news.myseldon.com