-9 °С
Болотло
«1 ғинуарҙан федераль законға ярашлы минималь эш хаҡы күләме 8,6 процентҡа артып, 13 890 һум тәшкил итте. Быны Урал коэффициентына ҡабатлағас, билдәле бер сумма килеп сыға. Әммә беҙҙең республикала эш биреүселәр һәм профсоюздар менән федераль МРОТ менән сағыштырғанда ҙурыраҡ дәүмәл — 14 200 һум тураһында һөйләшеп килештек. Шуныһы мөһим: 1 ғинуарҙан республикала, минималь эш хаҡы тураһында килешеүгә ярашлы, уның күләме — 16 330 һум тәшкил итә», — тине министр.