Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Февраль 2022, 14:12

Түләүле отпуск көндәренең артыуы ихтимал

Рәсәйҙә 2022 йылдан түләүле отпуск көндәре үҙгәрҙе. Эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәргә 28 көн түгел, ә 30 көн отпуск бирергә тейеш. 

Түләүле отпуск көндәренең артыуы ихтимал
Түләүле отпуск көндәренең артыуы ихтимал

Рәсәйҙең социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы шундай тәҡдимдәр индерҙе, тип хәбәр ителә www.buhsoft.ru сайтында.

Коронавирустан прививка яһатыу өсөн хеҙмәткәрҙәргә түләүле ике көнлөк ял бирергә кәрәк, тип иҫәпләй комиссия. Был көндәрҙе отпускыға ҡушырға, шулай уҡ улар өсөн аҡса түләргә мөмкин.

Ковидҡа ҡаршы вакцинацияға бәйле өҫтәмә ял көндәре коллектив килешеүҙәрҙә йәки локаль акттарҙа яҙып ҡуйылырға тейеш.

Фото: kartinkin.net

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: