Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Февраль 2022, 15:14

Һалым декларацияһын Шәхси кабинет аша биреү отошло

Илдә 2022 йылға тәғәйен декларация кампанияһы дауам итә. Физик шәхестәргә 2021 йылда мөлкәт һатыуҙан, ҡуртымға биреүҙән, Рәсәй Федерацияһынан ситтәге сығанаҡтарҙан, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән алынған килем йәһәтенән 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын биреү мотлаҡ.

Һалым декларацияһын Шәхси кабинет аша биреү отошло
Һалым декларацияһын Шәхси кабинет аша биреү отошло

Һуңғы ваҡытта граждандар һәм һалым огандары араһындағы үҙ-ара бәйләнеш күбеһенсә онлайн-форматта ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы ошо йәһәттән килеп тыуған һорауҙарға яуап әҙерләгән.

Һорау: Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының Шәхси кабинетына инеү мөмкинлеге булғанда, граждандарға уның ярҙамында уҙған йылдың килеме тураһында мәғлүмәт тапшырырға мөмкинме?

Яуап: Бөгөн бының ише интерактив аралашыу төрө айырыуса мөһим һәм кәрәкле һанала. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең эшҡыуарҙарҙың һәм ябай халыҡтың йәшәйешен еңелләштергән электрон сервистары даими үҫеш өҫтөндә - бөгөн уларҙың һаны 70-тән ашыу.

Физик шәхестәр өсөн Шәхси кабинет” - 3-НДФЛ формаһында һалым декларацияһын онлайн режимда тапшырыу өсөн иң популяр веб-ярҙамсыларҙың береһе ул.

Һорау: Һалым декларацияһын Шәхси кабинет аша ебереү ни өсөн уңайлы?

Яуап: Һалым органдары менән бындай бәйләнеш төрө һалым түләүсенең ваҡыт һәм аҡса сарыф итеүен һиҙелерлек кәметә. Йәғни Шәхси кабинет менән ҡулланыусылар тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында донъяның төрлө мөйөшөнән Интернет аша һалым декларацияһын тултырып ебәрә ала.

Шулай уҡ сервиста 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын автоматик рәүештә тултырыу һәм һалым күләмен иҫәпләү функциялары бар.

Бынан тыш, Шәхси кабинет аша һалым органына мәғлүмәт ебәреү бөтөнләй хәүефһеҙ һәм ул өҫтәмә рәүештә электрон ҡултамға менән дә “ҡурсаланған”.

Һорау: Шәхси кабинет аша һалым декларацияһының тикшереү барышын күҙәтеп барырға мөмкинме?

Яуап: 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын һәм башҡа кәрәкле документтарҙы ҡабул иткәс, һалым органы камераль тикшереү уҙғара. Шәхси кабинет менән ҡулланыусылар уның статусын күҙәтеп бара ала. Мәҫәлән, гражданин мөлкәткә һалым ҡайтармаһын алыр өсөн 2021 йылға 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын ебәрҙе, ти. Шәхси кабинет аша ул һалым декларацияһының теркәлеүе, теркәү һаны, камераль тикшереү башланған дата һәм уның статусы тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Йәнә, Интернет-сервис тикшереүҙең тамамланыу датаһы тураһында ғына түгел, уның һөҙөмтәләре хаҡында ла хәбәр итә.

Һорау: Төҙәтелгән һалым декларацияһын Шәхси кабинет аша бирергә мөмкинме?

Яуап: Әгәр түләүсе һалым декларацияһында хата тапһа, ул мәлдә төҙәтмә индереп, яңынан тапшырыу зарур. Төҙәтелгән отчетты шулай уҡ онлайн рәүештә Шәхси кабинет аша ебәрергә мөмкин.

Тимәк, 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын шәхси кабинет аша ебәреү шул яғы менән отошло:

1. Уңайлы. Тәүлектең ниндәй ваҡыты һәм донъяның ҡайһы мөйөшө булыуына ҡарамаҫтан, Интернет аша декларация һалымын тултырып ебәрергә мөмкин.

2. Тиҙ. Һалым декларацияһын ебәреү өсөн компьютер төрткөһөнә өс баҫыу ҙа етә.

3. Анһат. Һалым декларацияһын автоматик рәүештә тултырыу.

4. Мәғлүмәтлек. Документтың һалым органдарына йүнәлтелеүе тураһында бөтөн “тарих”тың теркәлеүе.

5. Оперативлыҡ. Һалым декларацияһын тикшереүҙе онлайн режимда күҙәтеп барыу.

фото: www.nalog.gov.ru

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: