Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Март 2022, 23:46

Ковид-сирлеләр өсөн урындарҙы кәметергә хәл ителде

Башҡортостанда ковид-сирлеләр өсөн койкаларҙы  кәметеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Ковид-сирлеләр өсөн урындарҙы кәметергә хәл ителде
Ковид-сирлеләр өсөн урындарҙы кәметергә хәл ителде

Өфөлә Дим дауаханаһы һәм 8-се дауахана ғәҙәти эш режимына күсә, шулай уҡ Күмертау, Салауат ҡалаларындағы ковид-госпиталдәр ябыла. Был хаҡта бөгөн, 9 мартта, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 3009 кешелә коронавирус асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 252 мең кеше яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторған.

«Әле 263 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 28-е интенсив терапия бүлексәләрендә», — тип хәбәр итте министр. Уны һүҙҙәренсә, әлеге көндә ковид-сирлеләр өсөн 3000 койканың 59% -ы тулы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: