Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, 15 марттан Ростуризм туристик кешбэк программаһын тергеҙҙе. Республика халҡы ял итеүгә тотонған аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин. Ул 2022 йылдың 1 майына тиклем ғәмәлдә.
Юллама хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтарыу өсөн уны 2022 йылдың 1 майына тиклем һатып алырға кәрәк. Быйыл 15 марттан башлап 1 июлгә тиклем сәйәхәт итергә мөмкин. Рәсәй буйынса юллама хаҡының 20% кире ҡайтарыла, әммә ул 20 мең һумдан артыҡ була алмай.
Башҡортостанда туристик кешбэк программаһының яңы миҙгелендә ете туроператор, 25 ҡунаҡхана һәм ял базаһы, «Яҡтыкүл», «Ҡарағай», «Йоматау», «Ҡайындар», «Красноусол», «Йәшел сауҡалыҡ», «Асы» шифаханалары ҡатнаша. Исемлек тулыландырыла, тип билдәләне Ринат Фәтҡуллин.
2021 йылда Рәсәйҙә 1,7 миллион самаһы кеше ошо программанан файҙаланған, улар ял итеү өсөн 34 миллиард һум аҡса тотонған, шуның 6,7 миллиард һумы кире ҡайтарылған.
15 марттан 1 майға тиклем һатып алырға мөмкин булған сәйәхәттәр һаны сикләнмәгән. Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә ҡатнаша. Тур өсөн «Мир» картаһы менән түләү — кешбэк алыу өсөн төп шарт. Кешбэк биш көн эсендә картаға күсерелә.
Турҙы мирпутешествий.рф сайтында һатып алырға кәрәк, шунда уҡ программаның шарттары һәм ҡатнашыусыларҙың исемлеге менән танышырға була.
Ҡунаҡханалар исемлеге — классификация-туризм.рф сайтында.