Марттың тәүге көндәрендә мәләүездәр Азербайжанға 14 тонна күркә ите продукцияһының сираттағы партияһын оҙатты.
– Азербайжан менән хеҙмәттәшлек төрлө йүнәлештәр буйынса әүҙем үҫешә. Экспорт ҡеүәтен арттырыу – өҫтөнлөклө бурыстарыбыҙҙың береһе. Төбәк өсөн традицион тармаҡтарҙа беҙ Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп, һәр саҡ юғары күрһәткестәргә эйә булдыҡ, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Кавказ аръяғы республикаһына оҙатыр алдынан ит продукцияһы өлгөләрен “Россельхознадзор”ҙың республика идаралығы белгестәре тикшерҙе.
– Продукциябыҙҙы Беларусь Республикаһына, Әрмәнстанға оҙатабыҙ. Сәғүд Ғәрәбстанына һатыуҙы планлаштырабыҙ. Беҙ экспорт йүнәлешендәге предприятие булырға, сифатлы продукция етештереп, уны тышҡы баҙарҙа һатырға теләйбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине “УРАЛ” ҡошсолоҡ комплексының генераль директоры Геннадий Бондарь.
Фото: indushkino.ru