Улар ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса муниципалитеттар эшмәкәрлегенә булышлыҡ итергә һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә мөмкин. Старосталар урындағы совет ултырыштарында кәңәш биреү тауышына эйә була. Был вәкәләттәр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон проектын ҡабул иткәндән һуң көсөнә инә.
«Старосталар институтының барлыҡҡа килеүе, үҫеше тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә барып тоташа, ә тейешле хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закон республикабыҙҙа 2019 йылда ҡабул ителде. Ауыл халҡы араһында мөһим ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер булған әүҙем кешеләр бар. Староста статусы уларға шундай мөмкинлек бирә», — тине парламент спикеры Константин Толкачев.