Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Март 2022, 14:31

Ипотека ставкаһы күтәрелә

Рәсәй Президенты льготалы ипотека буйынса ставканы 12 процентҡа тиклем арттырыу тәҡдимен хупланы. Шул уҡ ваҡытта ғаилә, ауыл һәм Алыҫ Көнсығыш ипотекаһы буйынса льготалы ставкалар һаҡлана, тип белдерҙе Владимир Путин.

Ипотека ставкаһы күтәрелә
Ипотека ставкаһы күтәрелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә льготалы ипотека программаһы шарттарын үҙгәртеү тәҡдимен хупланы. Был хаҡта РИА Новости агентлығы хәбәр итте.

«Ипотека баҙары тенденцияларын иҫәпкә алып, хөкүмәт был программаға үҙгәрештәр индерергә — баш ҡала төбәктәре (Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре) өсөн льготалы ипотеканың сикке күләмен — 12 миллион, башҡа төбәктәр өсөн алты миллион һумғаса арттырырға тәҡдим итте. Әйҙәгеҙ, шулай эшләйек, ризаһығыҙмы? Ставканы 12 процентҡа тиклем күтәрергә тәҡдим ителә», — тине Путин.

Ғаилә (6 процент), ауыл (3 процент), Алыҫ Көнсығыш (2 процент) ипотекаһы буйынса льготалы ставкалар һаҡлана, тип өҫтәне президент.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: