Иҙел башы ауыл хужалығы етештереүселәре 22-25 мартта Өфөлә үткән Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһендә уңышлы сығыш яһаны. Республика аҙыҡ-түлек продукцияһы менән рәттәр буйлап танышып йөрөгән Радий Фәрит улы Белорет етештереүселәренең стенды алдында туҡтап, Гөлгөнә Бадалова етәкләгән ауыл хужалығы кооперативы етештергән ҡаҙылыҡтан ауыҙ итте һәм эшҡыуарҙар – Симоновтар етештергән быҡтырылған ит менән ҡыҙыҡһынды. Республика етәксеһе эшҡыуарҙарҙан көнөнә 100 банка быҡтырылған ит етештерә алыу мөмкинлеген дә һораны.
Ауыл эшсәндәре, ауыл хужалығы етештереүселәре, машина эшләүселәр, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, күптән импортты алмаштырыу менән шөғөлләнә. Улар техниканы хеҙмәтләндерергә әҙер. Шуға күрә беҙ шундай күтәренке кәйеф менән күргәҙмәне ҡарап сыҡтыҡ», — тине республика етәксеһе.
Бөгөнгө көндә туҡланыу продукттарын эшкәртеү — республика өсөн төп бурыстарҙың береһе, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй. Республика Башлығы был юҫыҡта эште дауам итеү һәм кәм тигәндә өсөнсө урынға күтәрелеү бурысын ҡуйҙы.
Дүрт көн дауамында барған ауыл хужалығы күргәҙмәһендә Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының 32 төбәгенән 300-гә яҡын компания ҡатнашты. Шулай уҡ Иҙел башынан бал продукцияһы менән һатыу иткән Дмитрий Дубровский ҙа ҡатнашты. Әйткәндәй, эшҡыуар умартасылыҡ продукцияһы ғына түгел, райондың фермерҙары етештергән тәбиғи, таҙа аҙыҡ-түлеге менән һатыу иткән магазин асырға ла ниәтләй.