Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Март 2022, 15:18

Республика компаниялары Төркиәлә һәм Ҡаҙағстанда теркәлә

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы республика компанияларына сит илдә теркәлеүҙә ярҙам күрһәтә. 

Республика  компаниялары Төркиәлә һәм Ҡаҙағстанда теркәлә
Республика компаниялары Төркиәлә һәм Ҡаҙағстанда теркәлә

Ведомство башлығы Маргарита Болычева хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта уларға Ҡаҙағстанда һәм Төркиәлә бүлендек компанияларын асырға теләгән ун предприятие мөрәжәғәт иткән. «Урал пружина заводы» яҡын сит илдәрҙә теркәлгән дә ине, әле «Уфанет» рәсмиләштерелә.

«Ошо юридик берәмектәр аша продукциябыҙ башҡа илдәргә оҙатыла, ситтән  республикаға индерелә», — тине министр.

2021 йылда Ҡаҙағстанда һәм Белоруссияла Башҡортостан вәкиллектәре асылды. 2020 йылда Төркиәлә вәкиллек эшләй башланы. Был ойошмалар республикаға инвесторҙар, беҙҙең экспортерҙар өсөн һатып алыусылар эҙләү, баҙарҙарҙы өйрәнеү, һөйләшеүҙәр үткәреү, шулай уҡ килеп тыуған хәлдә республикаға импорт продукция эҙләү, граждандарыбыҙҙы республикаға ҡайтарыу, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу менән шөғөлләнә.

2022 йылда Рәсәйҙең Үзбәкстандағы һәм Ҡытайҙағы сауҙа вәкиллектәре ҡарамағында республика офистарын асыу күҙаллана. 2024 йылға вәкиллектәр селтәрен һигеҙгә еткереү планы бар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында.

Фото: sdelanounas.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: