Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Март 2022, 18:17

Яҙғы баҫыу эштәренең 15 апрелдә башланыуы ихтимал

15 апрелдә республика аграрийҙары баҫыуға сығырға һәм яҙғы баҫыу эштәрен башларға тейеш, тип хәбәр итте Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Яҙғы баҫыу эштәренең 15 апрелдә башланыуы ихтимал
Яҙғы баҫыу эштәренең 15 апрелдә башланыуы ихтимал

Уның һүҙҙәренсә, быйыл аграрийҙар етен, кукуруз, ҡарабойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү майҙандарын арттырырға ниәтләй. Быйыл иген баҫыуы 1,7 миллион гектар була.  47 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү планлаштырыла, был 1,8 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө алырға мөмкинлек бирергә тейеш. Унан 301 мең тонна шәкәр ҡомо етештерергә мөмкин, был инде ике йыл ярымға етерлек запас. Йәмғеһе 18 муниципаль район шәкәр сөгөлдөрө менән шөғөлләнә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: