Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
31 Март 2022, 15:49

Дүрт меңгә яҡын кеше коронавирус менән сирләй

Һуңғы тәүлектә республикала ковид йоҡтороуҙың 519 осрағы раҫланған. 

Дүрт меңгә яҡын кеше коронавирус менән сирләй
Дүрт меңгә яҡын кеше коронавирус менән сирләй

Пандемия башланғандан алып сирлеләрҙең  дөйөм һаны 276 130-ға еткән.

Әлеге ваҡытта 100 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 79-ы — 60 йәштән өлкән. Республикала 3 685 кеше табиптар күҙәтеүе аҫтында өйҙә дауалана. Шулай итеп, бөгөнгә дүрт меңгә яҡын COVID-19 менән ауырый.

Йәмғеһе 266 819 кеше һауыҡҡан, 4 113-ө — һуңғы тәүлектә. Башҡортостанда 2 403 459 кеше тулыһынса вакцинация үткән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: