Социаль өлкә
8 Апреля 2022, 11:17

Башҡортостанда эко-отелдәр асыла

Башҡортостанда 96 миллион һумлыҡ эко-отелдәр асыла.

Башҡортостанда эко-отелдәр асылаБашҡортостанда эко-отелдәр асыла
Башҡортостанда эко-отелдәр асыла

«Туристарҙы урынлаштырыу өсөн яңы урындар булдырыуға булышлыҡ итеү мөһим, был беҙҙең төбәктә туризмды үҫтереүҙең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Ҡариҙел районының туристик потенциалы ҙур, бында республика ҡунаҡтарына уңайлы шарттар һәм туризмдың әүҙем төрҙәре менән сифатлы ял тәҡдим итергә теләгән эшҡыуарҙарға ярҙам итеп ебәрергә кәрәк», — тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
Эко-отелдәргә туристар ағымы 25 мең кеше тәшкил итер тип көтөлә. Биналарҙың бер өлөшөн — 1 июндә, пляжды, зоопаркты 2022 йылдың аҙағынаса асыу планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡайны.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас