Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Апрель 2022, 16:04

Берҙәм булайыҡ

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” республика программаһы ауылда йәшәүселәрҙең мөһим проблемаларын хәл итеүҙә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә.

Берҙәм булайыҡ
Берҙәм булайыҡ

Тирләндәр ҙә был программала беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Тап ошо проект ярҙамында яңы хоккей ҡабы төҙөлдө, йәйәүлеләр өсөн асфальт юл һалынды. Тирлән ауылы быйыл да конкурста ҡатнашырға ниәт итте. Ауыл территорияһында мөһим тип табылған проблемаларҙы һайлап алыу буйынса дөйөм һәм йомғаҡлау йыйылыштары уҙҙы. Шулай итеп, был юлы Тирләндәге завод зыяратының ҡоймаһын ремонтларға кәрәк тигән дөйөм ҡарарға килдек. Смета төҙөлгән, хаҡы билдәләнгән. Конкурста еңеү яулауға ышанысыбыҙ ҙур. Һәм, әлбиттә, ауылдаштарҙың дәррәү ярҙам күрһәтеүенә өмөтләнәбеҙ. “Берҙәмлектә - көс!” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.

Тирлән ауыл хакимиәте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: