Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Апрель 2022, 15:34

Өфөлә офис мебеле етештерелә башлай

Инвестор проектҡа 200 млн һум аҡса һала һәм 25 яңы эш урыны булдыра.

Өфөлә офис мебеле етештерелә башлай
Өфөлә офис мебеле етештерелә башлай

«Smart Office» компанияһы «Өфө» индустриаль паркында автоматлаштырылған офис мебеле производствоһын асырға йыйына. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында (парк операторы) билдәләүҙәренсә, инвестор тап ошо урынды һайлаған, сөнки «Өфө»нөң төп резиденты — «Кроношпан» ағас эшкәртеү заводы. Предприятиелар элек тә хеҙмәттәшлек иткән, ләкин хәҙер яңы производство ташыуға һәм логистикаға бәйле булмай, сығымдар ҙа кәмей.

«Инвестор Рәсәй почтаһы, Ростелеком, Өфө аэропорты, БДПУ технопаркы кеүек заказсылар һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итеп, баҙарҙа үҙен ыңғай яҡтан күрһәтте. Компанияларҙың ғаризаһы буйынса беҙҙең менеджерҙар дәүләт ярҙамы сараларын һайлай, һуңынан проект хөкүмәттәге «Инвестиция сәғәте»ндә күрһәтелә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Үҫеш коропрацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Шулай уҡ «Өфө» индустриаль паркында корпуслы мебель етештереү планлаштырыла.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас