Был яңылыҡ шәхси автомобиль йөрөтөүселәргә лә, эш буйынса йөрөүселәргә йәки эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә лә ҡағыла. Хәҙер 3 йыл дауамында «ваҡыты үткән» водитель таныҡлығын алмаштырыу талап ителмәй - улар автоматик рәүештә ғәмәлдә булыуын дауам итәсәк. Рәсәй Эске эштәр министрлығы билдәләүенсә, водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу киләһе 3 йылда 5 миллиондан ашыу водителгә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ транспортҡа идара итергә мөмкинлек бирәсәк.
Водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу башланғысын Рәсәй Эске эштәр министрлығы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә тәҡдим итте. Ул граждандар һәм бизнес өсөн административ эште кәметеүгә йүнәлтелгән.
Фото: otveklik.com