Социаль өлкә
16 Апрель 2022, 08:36

«Инәйҙәрҙе ҡыумаҫҡа, улар үҫтергән продукцияны һатып алырғә кәрәк»

90-сы йылдарҙы иҫләгәндә, һәр кем халыҡ күп йөрөгән урамдарҙа һатыу иткән инәйҙәрҙе иҫләйҙер әле. Торараҡ, уларға "законһыҙ кәсеп"те туҡтатырға ҡуштылар. Хатта милиция уларҙы ҡыуалай ине. Ә хәҙер?

«Инәйҙәрҙе ҡыумаҫҡа, улар үҫтергән продукцияны һатып алырғә кәрәк»«Инәйҙәрҙе ҡыумаҫҡа, улар үҫтергән продукцияны һатып алырғә кәрәк»
«Инәйҙәрҙе ҡыумаҫҡа, улар үҫтергән продукцияны һатып алырғә кәрәк»

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн баҡсасыларҙың беренсе форумында ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына баҡсасылар үҫтергән продукцияны һатыу өсөн ваҡытлыса урындар булдырырға ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, республикала ошондай урындарҙы бер нисә тапҡырға арттырырға кәрәк.

«Үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емеш һатҡан инәйҙәрҙе ҡыуырға кәрәкмәй. Улар өсөн шарттар булдырыу мөһим. Йәшелсәһен, ҡыярын, бер стакан крыжовник булһа ла һатып алығыҙ, хәҙерге ҡатмарлы заманда уларға ярҙам итегеҙ», - тине Хәбиров.

Республика етәксеһе 13 апрелдә Башҡортостанда иҡтисадтың тотороҡлоғон тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы штаб ултырышында ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренә урамда сауҙа итеү өсөн шарттар булдырырға ҡушҡанын хәтергә төшөрҙө.

Дәүләт Думаһы депутаты, «Рәсәйҙең Баҡсасылар союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Олег Валенчук әйтеүенсә, әле федераль кимәлдә ошондай уҡ саралар әҙерләнә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас