

Тауыш биреү https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында үтә. Унда 14 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы ҡатнаша ала.
2023 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт урындарын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.
Тауыш биреүҙе Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки телефон номеры аша атҡарырға була. Һорауҙар тыуһа, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Улар йәмәғәт урындарындағы мәғлүмәт нөктәләрендә эшләй. Был эштә 1600 волонтер ҡатнашыуы күҙаллана.
Онлайн тауыш биреү өсөн:
- үҙ муниципаль берәмегегеҙҙе һайлағыҙ һәм тауыш биреү өсөн объекттар исемлеге менән танышығыҙ;
- Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша инегеҙ йәки теркәлеү формаһында фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, тыуған көнөгөҙҙө, йәшәгән урынығыҙҙы, электрон почта адресын күрһәтеп теркәлегеҙ, телефон номерын раҫлағыҙ;
- исемлектән һеҙҙең фекерегеҙсә тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейеш булған йәмәғәт урынын һайлағыҙ.
Һөҙөмтәләр тауыш биреү тамамланғандан һуң сайтта баҫыла.
Киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн биләмәләр һәм дизайн-проекттар һайлау буйынса республикала 650 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға тейеш. Иң яҡшы дизайн-проекттар һайлауҙа 63 муниципаль берәмек ҡатнаша. Граждандарға һайлау өсөн 122 объект тәҡдим ителә.
Милли проект сиктәрендә республикала 2019 йылда – 185, 2020 йылда – 103, 2021 йылда – 146 йәмәғәт урынында төҙөкләндереү буйынса саралар үткән. 2022 йылда 122 йәмәғәт урынын төҙөкләндереү планлаштырыла.
Төҙөкләндереү эштәре башҡарылғандан һуң йәмәғәт урындарының күбеһендә спорт блоктары, балалар майҙансыҡтары, велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн юлдар, балалар һәм ололар өсөн ял итеү урындары барлыҡҡа килә.
Үткән йылда тауыш биреүҙә Башҡортостанда 518 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Рәсәй буйынса дөйөм алғанда 9,678 миллион кеше тауыш биргән.
Белореттарға рейтинг тауыш биреүгә индерелгән дүрт биләмә өсөн тауыш бирергә тура киләсәк.
- Блюхер исемендәге скверҙы төҙөкләндереү. Объект 2;
- Аръяҡ биҫтәһендә ял зонаһы биләмәһен төҙөкләндереү;
- Блюхер исемендәге скверҙы төҙөкләндереү. Объект 3;
- Блюхер исемендәге скверҙы төҙөкләндереү. Объект 1;
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроектбашкортостана