Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Апрель 2022, 16:34

Гуманитар йөк тейәлгән бишенсе колонна юлға сыҡты

Бөгөн «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн гуманитар йөк менән бишенсе колонна юлға сыҡты.

Гуманитар йөк тейәлгән бишенсе колонна юлға сыҡты
Гуманитар йөк тейәлгән бишенсе колонна юлға сыҡты

Аҙыҡ-түлек тултырылған ике фура, икәүһендә – эсәр һыу, «Кроношпан» предприятиеһында етештерелгән төҙөлөш материалдары тейәлгән өс фура. Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлығы – 133,3 тонна, шуның 17 тоннаһы – аҙыҡ-түлек, 63,3 тоннаһы – төҙөлөш материалдары, 11,5 тоннаһы – түшәк кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, медицина тауарҙары, көнкүреш химияһы һәм гигиена саралары , 41,4 тоннаһы – эсәр һыу.
«Беҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн 600 тоннаға яҡын йөк йыйҙыҡ. Донецкиҙа саҡта беҙҙән республикаларға төҙөлөш материалдары менән дә ярҙам итеүебеҙҙе һоранылар, сөнки уларға емереклектәрҙе тергеҙергә кәрәк. Беҙ Донбаста йәшәүселәргә күптән дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙыҡ, артабан да колонналар ебәрербеҙ. Беҙгә бизнес, ҙур предприятиеларҙың етәкселәре ныҡ ярҙам итә. Шуның өсөн мин уларға бик рәхмәтлемен. Гумконвойҙа ҡатнашыусыларға, тәү сиратта водителдәргә рәхмәт әйткем килә. Һеҙ ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуйып, ошо еңел булмаған эште башҡараһығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Донбасс халҡына ярҙам иткәндәрҙең һәммәһенә лә рәхмәтемде белдерәм. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осор булһа ла, бирешмәҫбеҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров шулай уҡ гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән дүрт предприятие етәксеһенә «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы секретары Андрей Турчактың рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

«Беҙ Луганск халыҡ республикаһы халҡына махсус ярҙам күрһәттек, беҙ унда баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алдыҡ, кешеләрҙе дауаланыҡ, уларға аяҡҡа баҫырға ярҙам иттек», – тине 15 апрелдә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ҡайтҡан Башҡортостан табиптарының өсөнсө төркөмө етәксеһе, Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һүҙҙәренсә, халыҡ һәм предприятиелар яғынан ярҙам ҙур, бөтә республика оло эш башҡара.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: