+3 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларҙы ошо байрам менән ҡотлап, муниципаль хеҙмәткәрҙәргә намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы, яуаплылығы, ышаныслылығы һәм илһөйәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, уларҙың ныҡышмалылығы, муниципаль хеҙмәткә тоғролоғо, инициатива күрһәтеүе бик күп мөһим проекттарҙы бойомға ашырырға, район-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе борсоған проблемаларҙы хәл итергә, тормошто яҡшыртырға, йәмләргә булыша.