Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Май 2022, 14:52

Үҙебеҙҙә етештерелгән, тимәк тәмле

Хәҙер үҙебеҙҙең, Белорет сырын «Сыр» магазин-кафеһында һатып алырға мөмкин.

Үҙебеҙҙә етештерелгән, тимәк тәмле
Үҙебеҙҙә етештерелгән, тимәк тәмле

Уны урындағы һөт продукцияһын файҙаланып, «Иҙел башының сыр традициялары» кооперативы етештерә. Сермән, Ишле һәм Әбйәлилдең Мораҡай ауылы фермерҙары берләшкән кооперативҡа Елена Пиоро рәйеслек итә.

Сыр эшләү серҙәренә мәскәүҙәрҙән өйрәнеп, сыр тәмен һайлап, технологияһын камиллаштырғандан һуң, тәүге партия, 100 килограмм, һатыуға сығарыла.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эҙерләнгән йомшаҡ сырҙар юғары сифатлы һәм бер ниндәй ҡушымтаһыҙ. Камамбер, буррата, валансе, бельпер кнолле, горгонзолла, сулугуни, брынза сорттары бар..

Шулай уҡ пастеризацияланған ҡуйы һөт, фермер һөтө, эремсек тә һатыуға ҡуйылған.

Санитар талаптарға ярашлы, продукция сифаты лабораторияларҙа даими тикшерелә.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, оҙаҡ һаҡланған ҡаты сыр эшләү өсөн район һөтө әллә ти тап килмәй. Ҡаты сыр әҙерләү өсөн аҡһым миҡдары 4 процент булырға тейеш.10 литр һөттән бер килограмм әҙер продукция сыға.

Бөгөнгө көндә көнөнә 60 литр һөт эшкәртелә. Икенсе йылда күләмде 200 литрға тиклем еткерергә планлаштыра фермерҙар. Яңы поставкалаусыларҙы йәлеп итергә уйлайҙар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: