Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Май 2022, 17:28

Районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса аппарат вәкилдәре килде

Районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина һәм Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары Александр Попов килде.

Районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса аппарат вәкилдәре килде
Районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса аппарат вәкилдәре килде

Тәү сиратта, Өфө вәкилдәре бәлиғ булмағандарҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау буйынса район хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итте. Килеүселәр, нигеҙҙә, хәтһеҙ ваҡыт хәл ителмәгән сетерекле проблемалар - алимент бурыстары, балаларға тәғәйен социаль түләүҙәр, тейешле кимәлдә күрһәтелмәгән медицина ярҙамы, ишле ғаиләгә тәғәйен ер участкаһы, тәрбиәгә алынған балаларҙы йәйге лагерға урынлаштырыу йәһәтенән мөрәжәғәт ҡылды. Һорауҙарҙың бер өлөшө урында уҡ хәл ителһә, бәғзеләре иһә ғариза рәүешендә Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса аппаратҡа йүнәлтелде.

Социаль блок хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселекте, буллингты, суицид осраҡтарын киҫәтеү һәм юл ҡуймау, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороу йәһәтенән мәсьәләләр, тәҡдимдәр ҡаралды.

Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Ғәҙел Сәитов биргән мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылда бәлиғ булмағандарға ҡарата бөтәһе 65 енәйәт ҡылынған (2020 йылда иһә был һан 87-не тәшкил иткән). Шуларҙың 39-ы - алимент түләмәү буйынса. Бынан тыш, бәлиғ булмағандарҙың енси ҡағылғыһыҙлығына, шәхси милкенә, ғүмер һәм сәләмәтлек именлегенә ҡаршы енәйәттәр ҡылынған. Әйткәндәй, 2022 йылда ғына балаларға ҡарата 36 енәйәт эше ҡылынған, шуларҙың 24-е - алимент түләмәү йәһәтенән. Енәйәттәр араһында бәлиғ булмағандар менән ҡаты мөғәмәлә итеү, суицид хәленә еткереү кеүек факттар ҙа бар.

Бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған енәйәттәргә килгәндә, уҙған йылда был һан 29-ҙы тәшкил итһә, 2022 йылда 6 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәттәр, нигеҙҙә, кеше мөлкәтен урлауға ҡағыла. Ғөмүмән, район-ҡалала бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселекте булдырмау йәһәтенән даими рәүештә төрлө профилактик саралар алып барыла, ти Ғәҙел Борисович.

Муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Татьяна Борисова үҙ сығышында опека органдарының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Бөгөнгө көндә район-ҡалала 307 атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм етем бала иҫәпләнә. Шуларҙың 272-һе - тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә, 2 бала - опека һәм попечителлек органдары ҡарамағында, 33-ө етем ҡалған йәки атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм булған балалар өсөн тәғәйен учреждениеларҙа йәшәй. 2022 йылдың 4 айы эсендә генә опека һәм попечителлек органдары тарафынан 16 етем йәки атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм бала асыҡланған. 12 бала ваҡытлыса опекаға тапшырылһа, 2 бәлиғ булмаған - опеканың түләүһеҙ формаһы буйынса ғаиләгә, 2-әүһе социаль учреждениеға урынлаштырылған, 1 сабый кире үҙ ғаиләһенә ҡайтарылған.

2021 йылда йәмғеһе 23 атай-әсәй бала тәрбиәләү хоҡуғынан мәхрүм ителгән ( бөтәһе 26 бала). 2022 йылда әлегә ошондай бер осраҡ теркәлгән.

Муниципаль район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға, 2022 йылға тәғәйен йәйге һауыҡтырыу кампанияһы сиктәрендә, балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороу йәһәтенән мәғлүмәт еткерҙе.

Көндөң икенсе яртыһында Өфө ҡунаҡтары Белорет педагогия колледжында булып, уҡытыусылар, студенттар менән аралашты, инновацион йүнәлештәрҙә белем биреүҙе тәьмин иткән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған уҡыу кабинеттарын буйланы. Йәнә, Аппарат хеҙмәткәрҙәре ситтән килеүсе студенттар өсөн тәғәйен дөйөм ятаҡта йәшәү шарттары менән дә танышып сыҡты.

Ҡаланың коррекцион мәктәбендә “Доброшкола” проекты арҡылы яңыртылып, инновацион ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙы күҙҙән уҙғарғандан һуң, артабан эш сәфәре “Ғаилә” Көнсығыш район-ара үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюты бүлегендә дауам итте. Бөгөнгө көндә был учреждениела бөтәһе 43 бала тәрбиәләнә. Өфө вәкилдәре атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡыҙ-малайҙарҙың йәшәү шарттарын, көн режимын баһаланы, балалар менән аралашты.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: