Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Май 2022, 12:22

«Пушкин картаһы»ның мөмкинлектәре киңәйә

«Пушкин картаһы» менән Рәсәй фильмдарын, шул иҫәптән дәүләт ярҙамынан тыш төшөрөлгәндәрен ҡарарға мөмкин. 

«Пушкин картаһы»ның мөмкинлектәре киңәйә
«Пушкин картаһы»ның мөмкинлектәре киңәйә

Был хаҡта ҡарарҙы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының махсус эксперт советы ҡабул итергә тейеш.

Кинопрокатҡа дәүләт ярҙамын илебеҙ фильмдарын күрһәтеү менән бәйләргә кәрәклеге хаҡында ил президенты әйткәйне.

«14- 22 йәшлектәр льготалы нигеҙҙә заманса кинотаҫмалар менән таныша алыр, ә кинобизнесҡа әлеге осорҙо еңелерәк үткәрергә мөмкинлек биргән ярҙам булыр», – тине премьер Михаил Мишустин.

Быға тиклем программа Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы йәки кино фонды, төбәктәр ҡатнашлығында төшөрөлгән кинокартиналарға ғына ҡағылды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: