Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Май 2022, 14:34

Фатир асҡыстары тапшырылды

Муниципаль район хакимиәтендә етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.

Фатир асҡыстары тапшырылды
Фатир асҡыстары тапшырылды

Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙ мөйөшөн булдырып һөйөнгән яҡташтарыбыҙ - Иван Гарелкин һәм Михаил Кудряшовҡа изге теләктәрен еткерҙе:

- Атай-әсәйһеҙ ҡалған балаларға тормошта үҙ урынын, йүнәлешен табырға, маҡсат-хыялдарын ғәмәлгә ашырырға ярҙам итеү, хоҡуҡтарын яҡлау - беҙҙең изге бурыс. Фатир асҡысын ҡулға алыу һеҙгә ныҡлап аяҡҡа баҫырға, киләсәккә яңы уй-ниәттәр, пландар ҡорорға этәргес булһын, - тине ул атайҙарса хәстәрлек белдереп.

Әйткәндәй, 2012 йылдың 1 ғинуарынан алып бөгөнгә тиклем атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм етем балаларға йәмғеһе 176 фатир асҡысы тапшырылған. 2014-2022 йылдар арауығында етемдәргә 126 торлаҡ бирелһә, шуларҙың 90-ны - яңы төҙөлгән йорттарҙан. Әлеге ваҡытта муниципаль район хакимиәте иҫәбендә етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған 241 граждан фатирға сиратта тора.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: