Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Июнь 2022, 15:46

Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн субсидияға кемдәр хоҡуҡлы?

Субсидия тип, республика бюджетынан аҙ тәьмин ителгән граждандарға бушлай бирелгән маҡсатлы финанс ярҙамды әйтәләр. Уны тик торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә йүнәлтергә мөмкин. 2022 йылдың 1 ғинуарынан был йәһәттән үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.

Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн субсидияға кемдәр хоҡуҡлы?
Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн субсидияға кемдәр хоҡуҡлы?

Торлаҡ кодексына ярашлы, 2022 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыс субсидия бирелмәүгә сәбәп булып торҙо. 2022 йылдың 1 ғинуарынан алып торлаҡ субсидияһын алыу өсөн коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыс юҡлығы тураһында белешмә талап ителмәй. Әгәр бурыс булып та, уны түләтеү йәһәтенән суд акты юҡ икән, был субсидия бирмәүгә сәбәп түгел. Шул уҡ мәлдә түләүҙәр йәһәтенән мәғлүмәт “Торлаҡ-коммуналь хужалығы дәүләт мәғлүмәт системаһы” буйынса алына. Ә инде коммуналь хеҙмәттәр өсөн һуңғы өс йыл эсендә бурыс йыйылып, суд акты ғәмәлләшһә, ул саҡта субсидия бирелмәй.

Мәғлүмәтте тулыш килеш гәзиттең 23-сө һанында уҡырға мөмкин.

Фото: life.ru

 

 

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: