Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Июнь 2022, 15:46

10 июндә эш көнө ҡыҫҡармай

Киләһе эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Дүшәмбе, 13 июндә, рәсәйҙәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

10 июндә эш көнө ҡыҫҡармай
10 июндә эш көнө ҡыҫҡармай

Йыл һайын 12 июндә билдәләнгән Рәсәй көнө эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә. Быйыл ул йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә ял дүшәмбегә күсерелә.

«Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 11, 12 һәм 13 июнь - ял көндәре. Йома, 10 июндә, эш көнө ҡыҫҡартылмай, —  тип билдәләнеләр Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында. — Йыллыҡ түләүле отпуск биргәндә 12 июнь отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй».

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: