+1 °С
Болотло
Рәсәйҙә 8 июндән урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ көсәйтелде: граждандарға штраф — уртаса ун тапҡырға, ә чиновниктарға, шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә максималь яза ике тапҡырға артты.
Ҡоро үлән, ҡоро-һары яндырған өсөн, шул иҫәптән ағастарҙан янғынға ҡаршы һыҙат менән бүленмәгән участкаларҙа штрафтар түбәндәгесә:
- граждандарға элекке өс-дүрт мең урынына 30-40 мең һум штраф янай;
- вазифалы кешеләргә — элекке 15-20 мең урынына 30-50 мең;
- юридик берәмектәргә — 150-250 мең һум урынына 300-500 мең.