Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Июнь 2022, 16:46

Балалар бушлай йөрөйәсәк

Дәүләт Думаһы депутаттары  “Рәсәй тимер юл транспорты уставы” федераль законына  икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа төҙәтмәләр индерҙе. Быға ярашлы, биш йәштән ете йәшкә тиклемге балалар  өсөн электричкала  йөрөү бушлай  буласаҡ.

Балалар бушлай йөрөйәсәк
Балалар бушлай йөрөйәсәк

“Закон проектын ҡабул итеү балалы ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараһы буласаҡ. Сабый ниндәй төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ете йәшкә тиклем электричкала бушлай йөрөйәсәк. Ата-әсә бала өсөн түләмәйәсәк”, – тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Хәҙер был мәсьәләне хәл итеү төбәктәрҙең  финанс мөмкинлеге менән бәйле. Әлеге ваҡытта ни бары  48 төбәктә биш йәштән ете йәшкә тиклемге балаларҙың юл йөрөүө өсөн өлөшләтә түләү ҡаралған.  Уларға әлеге тарифтан 50 проценттан алып 75 процентҡа тиклем ташлама ҡаралған.

 Башҡортостанда ҡала яны тимер юл транспортында йөрөгән өсөн  ошо йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем  биш йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға  75 процентлыҡ ташлама ҡаралғайны.  Уҡыусылар һәм студенттар 1 сентябрҙән 31 декабргә тиклем 50 процентлыҡ ташламанан файҙалана ала.

Фото: afanasy. biz

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: