Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Июнь , 14:39

Ун беренсе ылау китте

Бөгөн Башҡортостан Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау менән туғыҙ йөк машинаһы ҡуҙғалды.

Ун беренсе ылау китте
Ун беренсе ылау китте

Луганск Халыҡ Республикаһына юлланған гуманитар колоннаға 146 тонна төҙөлөш материалы тейәлгән. Ул Шайморатов исемендәге Петровское мәктәбен капиталь ремонтлауға тотоноласаҡ.

Йөктө оҙатыуҙа БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.

Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе сайтынан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в