Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Июнь 2022, 23:58

"Ҡайғырыусы әсә" һәйкәленә сәскәләр

1941 йылдың 22 июне - илебеҙ тарихында иң ҡайғылы көндәрҙең береһе. 81 йыл элек 200 миллион кешенең ғүмере һуғышҡа ҡәҙәр һәм унан һуңға бүленә – Советтар Союзына фашист илбаҫарҙары баҫып инеүе тураһында ил буйлап хәүефле хәбәрҙәр тарала. Ҡаһарманлыҡ, ҡайһы һәм юғалтыуҙар тулы 1418 көнгә һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

"Ҡайғырыусы әсә" һәйкәленә сәскәләр
"Ҡайғырыусы әсә" һәйкәленә сәскәләр

Быйыл илебеҙ фашист Германияһын тар-мар итеүҙең 77 йыллығын ҡаршыланы. Дүрт йыл дауам иткән һуғыш Еңеү менән тамамланһа ла, һуғыш башланған көн дә илебеҙҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ йыл һайын билдәләнә. 1418 көнгә һуҙылған, кешеләрҙең ғүмерен өҙгән, йөҙләгән ҡала-ауылдарҙы көлгә әйләндергән һуғыш халҡыбыҙҙың Тыуған илгә тоғролоғон, фиҙаҡәрлеген бөтә донъяға күрһәтте.

Кисә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, район йылъяҙмаһына тағы ла бер әһәмиәтле дата өҫтәлде. Бөтә һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡыҙ-улдарын юғалтҡан Иҙел башы әсәйҙәре хөрмәтенә “Ҡайғырыусы әсә” һәйкәле асылды. Һәйкәлде тантаналы асыу хоҡуғы Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һәм скульптор Александр Елкинға бирелде.

- Ҡайғы һәм фиҙа ҡылыуҙы һынландырыу аша халҡыбыҙҙың иң бөйөк – батырҙар тураһында иҫтәлеген һаҡлап, тарихыбыҙҙың бер өлөшөн киләсәк быуынға еткерә алырбыҙ, тип ышанам. Беҙҙең бурыс – ошо хәтер һәм  иҫтәлекте балаларыбыҙға еткереү, - тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванович.

Йыйылыусылар, йәш быуын алдында район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Юлия Казанцева, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет, Бөрйән райондарының хәрби комиссары Айбулат Дәүләтбирҙин, ҡала хакимиәте башлығы Кирилл Егупов сығыш яһаны.

Геройҙар аллеяһында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалынды, белореттар Бөтә Рәсәй “Бер минут тынлыҡ” акцияһына ҡушылып, батырҙарын, яугирҙарын иҫкә алды.

22 июнь – тарихыбыҙҙың иң фажиғәле көндәренең береһе. Ул дәһшәтле йылдар тураһындағы хәтер беҙҙең ватандаштарыбыҙ күңелендә мәңге һаҡланыр.

Наил ШАКИРОВ фотолары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: