Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Июль 2022, 11:05

Башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуяйыҡ!

2022 йылда Рәсәйҙә 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығы билдәләнә. Был һуғыш ул саҡтағы Рус дәүләтенең бар халҡын берләштерә. Ҡатнашыусылар һаны буйынса рустарҙан ҡала икенсе урында башҡорттарбулған. Улар илде һаҡлау өсөн һуғышҡа 28 башҡорт полкын яуға оҙатҡан. Һәр полкта 500 һыбайлы яугир булған.

Башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуяйыҡ!
Башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуяйыҡ!

Хәҙерге Белорет районы биләмәләрен үҙ эсенә алған 6-сы Башҡорт кантоны халҡы 3-сө, 14-се һәм 15-се Башҡорт полктарын ойоштора. Ҡаһарман башҡорт атлылары рус армияһы составында 1814 йылдың мартында
еңеүселәр булып Парижға инә.
Юбилей йылы айҡанлы ил азатлығы өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың героик образын, хәрби традицияларға тоғролоғон һәм уларҙың ҡаһарманлығын киләсәк быуындарға еткереү һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы!
Ошо тарихты данлап, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарары менән 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә баннер һәм һәйкәл ҡуйырға
килештек.
Бындай тарихи объекттар республикабыҙҙың күп кенә райондарында ҡуйылған. Һәр район үҙенең милли геройын, билдәле кешеләренең исемен мәңгеләштереү, уны киләһе быуынға еткереү маҡсатында мемориаль
таҡталар, обелискылар, һәйкәлдәр ҡуйырға тырыша. Әлегә Белорет районы һәм ҡалаһы территорияһында шәхсән беҙҙең башҡорт милләтенә, тарихына ҡағылған бер объект та юҡ. Әгәр ҙә урындағы ҡоролтай инициативаһы менән күтәреп сыҡҡан идеяны бергәләшеп, күмәк көс менән атҡарып сыҡһаҡ, был эшебеҙ яугирҙарыбыҙ ҡаһарманлығын ихтирам итеү, уларҙы хәтерҙә тотоу, тарихыбыҙға хөрмәт күрһәтеү һәм бер үк ваҡытта беҙҙең берҙәмлек, илһөйәрлек өлгөһө лә булыр.
1 июлдә маҡсатыбыҙҙың береһен тормошҡа ашырып, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман башҡорт яугирҙарына баннер эшләтеп ҡуйҙыҡ та инде.

Әлеге ваҡытта һәйкәл төҙөүгә аҡса йыйыу дауам итә, ошо изге эшкә ҡушылырға теләгән һәр кеше № 2202200266135480 һаҡлыҡ банкы картаһына хәленән килгәнсә аҡса күсерә ала.
Карта Ансар Анварович Н. исеменә теркәлгән. Ваҡытты юғалтмау маҡсатында аҡса әлегә шәхси иҫәпкә йыйыла. Документтар әҙер булғас та, үҙебеҙҙең ҡоролтай ойошмаһына яңы иҫәп асабыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: