Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Июль 2022, 14:44

Кибеттәрҙә - башҡорт балы

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балы һатылған өс ATLAS HONEY магазины асылды, тағы икәүһе асылырға тора.

Кибеттәрҙә - башҡорт балы
Кибеттәрҙә - башҡорт балы

AL AGRO LLC компанияһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балы һатылған өс ATLAS HONEY магазинын асып ебәрҙе, йәнә ике нөктә асылырға тейеш. Компанияның проекты маҡсаты — Рәсәйҙән Яҡын Көнсығыш илдәренә экологик яҡтан таҙа һәм органик продукция оҙатыу эшен яйға һалыу. 2030 йылға Яҡын Көнсығышта 2030 йылға мең магазин асыу күҙ уңында тотола.

Башинформ.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас