- Атай-әсәй ҡурсыуынан мәхрүм балаларға тормошта үҙ урынын табырға, маҡсат-хыялдарын ғәмәлгә ашырырға ярҙам итеү - беҙҙең изге бурыс. Фатир асҡысы ныҡлап аяҡҡа баҫырға, киләсәккә яңы уй-ниәттәр, пландар ҡорорға этәргес булһын, - тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта егеттәргә изге теләктәрен еткереп.
Сантехника ҡорамалдары, аш-һыу бүлмәһе плитаһы менән йыһазландырылған, электр энергияһы, газ, һыу үткән ыҡсым, таҙа фатирҙарға бөгөндән үк инеп йәшәргә мөмкин.
2012 йылдың 1 ғинуарынан алып бөгөнгә тиклем атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм етем балаларға йәмғеһе 183 фатир асҡысы тапшырылған. 2014-2022 йылдар арауығында етемдәргә 133 торлаҡ бирелһә, шуларҙың 90-ны - яңы төҙөлгән йорттарҙан. Әлеге ваҡытта муниципаль район хакимиәте иҫәбендә етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған 243 граждан фатирға сиратта тора.
Аҡ юл һеҙгә, егеттәр!