Граф күле буйында ойошторолған байрамда түңәрәк өҫтәлдәр, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, ат спорты ярыштары, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.
Бынан тыш, фестивалдә күпбәйге буйынса асыҡ чемпионаттың һайлап алыу этаптары һәм таяҡ тартыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды.
Белорет оҫталары янында ла ҡунаҡтар күп булды. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Дмитрий Дубровский үҙ продукцияһын тәҡдим итте.
Ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсында Сермәндән Рәүф Мәғәфүров дүртенсе урынға лайыҡ булды. Уларҙың ҡымыҙына ла ихтыяж ҙур булды.
Башҡорт аттары парадында йәмғеһе 500-ләп ат ҡатнашты, шуларҙың 35-е Иҙел башынан булыуы ла ҡыуаныслы.
Ат сабышында Башҡортостан егеттәре генә түгел, башҡа республика, төбәк һыбайлылары ла ҡатнашты.Алты заездың береһендә Альфред Мөхәмәтйәров призлы өсөнсө урынды яуланы.
Белорет ҡыҙҙары Юлианна Ғәйфуллина һәм Наталья Абдуллинала ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы.