«Почтала алынған һәр икенсе социаль түләү — пенсия. Республикала Рәсәй почтаһы аша пенсия алған халыҡтың 97 проценты быны өйҙә эшләүгә өҫтөнлөк бирә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Шартлы икенсе урында — инвалидтарға аҡсалата түләү. Быйыл алты айҙа почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре уларға 850 меңдән ашыу суммала аҡса таратҡан.
Рейтингтың өсөнсө баҫҡысында — эшкә һәләтһеҙ кешеләрҙе ҡарағандарға компенсация. Был аҡсаны 650 меңдән ашыу кеше алған.
Республикала йәшәүселәр почта бүлексәләрендә бөтәһе 70-тән ашыу төр социаль түләү (16 йәшкәсә балаларға, страховка аҡсаһы, хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, инвалидтарға өҫтәмә түләү һәм башҡалар) ала.
Фото: gazeta-tula.ru