Социаль өлкә
9 Августа 2022, 20:54

Һаулыҡ һаҡлау министры вакцина яһатырға саҡырҙы

Яңы коронавирус ифекцияһына бәйле хәлдең тотороҡланыуына ҡарамаҫтан, көн һайын COVID-19 йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаулыҡ һаҡлау министры  вакцина яһатырға саҡырҙыҺаулыҡ һаҡлау министры  вакцина яһатырға саҡырҙы
Һаулыҡ һаҡлау министры вакцина яһатырға саҡырҙы

Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Көҙгөһөн коронавирус менән ауырыусыларҙың артыуы миҙгелле сирҙәр һәм иммунитеттың ҡаҡшауы менән бәйле. Инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн халыҡҡа прививка эшләтергә кәрәк, тип билдәләне министр. Вакцинация кешенең һаулығын һаҡлауҙың берҙән-бер ышаныслы ысулы булып тора.

Республика поликлиникаларында вакцинация кабинеттары көн дә эшләй, тип белдерҙе Айрат Рәхмәтуллин.

Автор:Эльвира Хамзина