Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Август 2022, 01:57

Миҙал алыусылар исемлеге киңәйтелде

Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» наградаһы тураһында положениеға төҙәтмәләр индерелде.

Миҙал алыусылар исемлеге киңәйтелде
Миҙал алыусылар исемлеге киңәйтелде

Тейешле указға 8 августа республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Хәҙер патронат тәрбиәселәр ҙә миҙалға һәм бер тапҡыр бирелә торған 100 мең һум аҡсаға дәғүә итергә мөмкин. Тик ғаилә ете һәм унан күберәк бала алған осраҡта ғына.

Бынан тыш, инвалид, етем балаларҙы тәрбиәгә алыусылар ҙа наградаға хоҡуҡлы.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: