Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Август 2022, 11:11

Роспотребнадзор ҡайһы бер төбәктәрҙә битлек режимын индерергә ҡушты

Роспотребнадзор COVID-19 нығыраҡ таралған төбәктәрҙә битлек режимын индерергә саҡырҙы. 16 августа ведомство сайтында эпидемияға ҡаршы саралар буйынса яңы тәҡдимдәр баҫылған.

Роспотребнадзор ҡайһы бер төбәктәрҙә битлек режимын индерергә ҡушты
Роспотребнадзор ҡайһы бер төбәктәрҙә битлек режимын индерергә ҡушты

«Яңы осраҡтарҙың аҙналыҡ күрһәткесе 100 мең кешегә 50-нән артҡан төбәктәрҙә йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәрәк», — тиелә белдереүҙә.

Тәҡдимдәр яҙылған хат Роспотребнадзорҙың территориаль органдарына һәм  ойошмаларына ебәрелгән. Ведомство етәксеһе Анна Попова субъекттарҙың башҡарма власть органдары менән тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: